Башҡортостанда урта һөнәри белем биреү системаһы хеҙмәткәрҙәре араһында барған “Йыл оҫтаһы” бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул ителә башланы.
Конкурс “Йәштәр һәм балалар” ( национальный проект “Молодежь и дети”) милли проектының “Профессионалитет” федераль проекты сиктәрендә үткәрелә һәм урта профессиональ белем биреү системаһын үҫтереүгә, колледждарҙың кадрҙар потенциалын нығытыуға һәм һөҙөмтәле педагогик ҡарарҙарҙы таратыуға йүнәлтелгән.
Был хаҡта республиканың Мәғариф министрлығынан хәбәр иттеләр. Конкурс өс этапта уҙғарыла:
I этап - 2026 йылдың 20 февраленән 10 мартына тиклем;
II этап - 2026 йылдың 16 мартынан 1 майына тиклем;
III этап - 2026 йылдың 28 сентябренән 2 октябренә тиклем
Төбәк этабы Башҡортостан Республикаһы урта һөнәри белем биреү учреждениелары педагогтарының оҫталығын һөнәри баһалау майҙансығына әйләнәсәк. Конкурс һынауҙары һөҙөмтәләре буйынса йомғаҡ яһаласаҡ, уға халыҡ алдында сығыш яһау, оҫталыҡ дәресе үткәреү һәм белем биреү кейстарын хәл итеү инә. Еңеүсегә “Йыл оҫтаһы” исеме һәм республика исеменән бөтә Рәсәй финалында сығыш яһау хоҡуғы биреләсәк.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Гөлнара Шакирова
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!