Тыуған ил ҡатмарлы, һынылышлы осор кисергәндә, уның яҙмышының үтә лә яуаплы, ауыр өлөшө һәр саҡ ир-егеттәр иңенә төшә. Ҡулына ҡорал алып, Ватан мәнфәғәтен яҡлар өсөн, яҡындарын ҡалдырып алғы һыҙыҡта йөрөргә, ут эсенә инергә мәжбүр улар. Шундай шәхестәрҙең береһе менән һеҙҙе лә таныштырмаҡсыбыҙ. Бөгөнгө мәҡәлә геройыбыҙ «Хәлит» позывнойлы яугир — Первомайский ауылынан.
Әрмегә саҡырылғас, 2004—2006 йылдарҙа Рәсәй Инженер ғәскәрҙәрендә хәрби бурысын үтәй. Артабан «Пётр Великий» ауыр атом ракеталы крейсерында хеҙмәт итә. Бер йылға һуҙылған алыҫ поход барышында ул донъяның дүрт океаны — Атлантик, Һинд, Тымыҡ һәм Төньяҡ Боҙло океандары һыуҙарын гиҙә, күп кенә илдәрҙә, шул иҫәптән Һиндостанда, Венесуэлала була. Африка ҡитғаһы тирәһендә Сомали пираттарына ҡаршы алышҡа инеп, 10 диңгеҙ юлбаҫарын ҡулға алыуҙа ла ҡатнашырға тура килә уға.
Тыуған яғына ҡайтҡас, баш ҡалабыҙ Өфөлә төҙөлөш ойошмаларында эшләй. Әммә ошолай һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда, Ватаныбыҙ алдында ҡатмарлы осор башлана. Махсус хәрби операция иғлан ителеү менән күп кенә Хәйбулла егеттәре Тыуған ил һағына баҫты.
—Бер туған ҡустым — «Коба» позывнойлы яугир махсус хәрби операцияға юлланғанын белгәс, мин дә ситтә ҡала алманым. Бар донъямды ташлап, РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә ҡарар иттем. Шулай итеп Советтар Союзы Геройы Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемендәге 31-се Башҡортостан полкы составында хеҙмәт итә башланым. Ҡустым менән бер часҡа эләктек, ул пилотһыҙ осоусы аппараттарҙың операторы булһа, ә мин гранатомётчик. Форсат тейһә аралашып, бер-беребеҙҙе ҡеүәтләп, һирәк булһа ла күрешеп торҙоҡ. Алғы һыҙыҡта өс ай ут-һыуҙы кискәндән һуң, мине инструктор булараҡ полигонға йәштәрҙе өйрәтергә ебәрҙеләр. Ләкин ике ай үткәс, фронтҡа кире барырға теләк белдерҙем, — тине яугир.
«Махсус хәрби операция биләмәһендә ҡурҡыу тойоғоһо менән көрәшергә нимә ярҙам итә?» — тигән һорауға: «Хәрби заданиелар үтәгәндә бөтә хис-тойғоларыңды ситкә ҡалдырырға тырышаһың, сөнки һинең эшеңде дөрөҫ һәм яуаплы башҡарыуыңдан башҡа яугирҙарҙың ғүмере бәйле», — тип яуапланы ул. Эйе, егеттәребеҙ башын эймәй, сараһыҙлыҡҡа бирелмәй, ниндәй ауыр шарттар булһа ла, алдарына ҡуйылған бурысты намыҫ менән үтәй. Әлбиттә, яуҙа булған ваҡиғаларын, михнәт-юғалтыуҙарын барыһын да һөйләрлек тә, һүҙ менән яҙырлыҡ та мөмкин түгелдер. Шуға ла батыр яҡташыбыҙҙан иң иҫтә ҡалған хәтирәләре менән уртаҡлашыуын һораныҡ.
—Ауыр инде, яу эсе уйын түгел бит. Ни тиклем ҡатмарлы булһа ла, бер-беребеҙгә терәк булырға тырышабыҙ, сөнки хәрби иптәшлек кенә бындай ауыр саҡта ярҙам итә, өмөт уята. Йәйге осорҙа дошман камикадзе дрондары менән беҙгә һөжүм итеп, тирә-яҡты утҡа күмде. Штаб яна башлағас, утты көс-хәл менән һүндереп, унда иҫән ҡалған кешеләрҙе ҡотҡарырға ашыҡтым… Көҙ еткәс, эвакуация отрядына яҙылдым. Шулай итеп алмаш-тилмәш бер көн эвакуация операцияларында йөрөнөм, киләһе көндә иһә разведчик, сапёр булдым. Октябрь аҙағынан эвакуация төркөмөн етәкләйем. Бер көндө рация аша «Охотник» минаға эләккәнен тип хәбәр иткәс, «Иса» менән уны ҡотҡарырға юлландыҡ. Әммә шул мәлдә беҙҙән йыраҡ булмаған урында «Ефрим» яраланғанын ишеттек. Ул беҙгә яҡыныраҡ булғас, тәүҙә уны барып алдыҡ. Башҡа алға бармаҫҡа тигән әмер килде, әммә яуҙашыбыҙҙы яу яланында ҡалдыра алманыҡ. Иптәшем бер юлдан, ә үҙем икенсе юлдан атланым. Юлда тағы бер егет минаға баҫҡанын ишеттек: «Байкал»ды тапҡанда уның ике аяҡһыҙ булыуын күрҙем һәм уны арҡама һалып, уны сығарып хәүефһеҙ урынға йәшерҙем. Йәнә бүтән алға ынтылырға ҡәтғи тыйҙылар. Әммә күңелебеҙ һис тә тыныс түгел ине, сөнки тәүге саҡырыуға барып етә алманыҡ. Өсөнсө яралы артынан сыҡтыҡ. «Охотник»ты сығарғанда дошман һәр яҡлап һөжүмгә күсте, дрондары беҙҙе эҙәрлекләй башланы, етмәһә Польша миномётынан ут астылар. Егеттәр ҡасырға маташты, әммә мин уларҙы туҡтаттым. Камикадзе шартлатырға маташҡанда, яралы һалдат янына ултырып, дронға ҡаршы ата башланым. Пилотһыҙ осҡос яныбыҙҙа ғына ҡолап төшөп шартланы. Контузия алдыҡ… Аңыма килеп, яралы яғына бер аҙым яһауым булды ике метр алыҫлыҡта мина осоп төшөп шартланы һәм һәр беребеҙ мина ярсыҡтары менән күп һанлы йәрәхәттәр алдыҡ. «Охотник» миңә ҡарап: «Не бросай, брат», — тип әйткән һүҙҙәре әле лә ҡолаҡта яңғырай. Уға: «Умру, но не брошу», — тинем. «Охотник»ты сығарғас, уны «Байкал» янында йәшерҙек. Беренсе ярҙам күрһәткәндә үҙемдә булған бөтә медикаменттарҙы, бинттарҙы ауыр йәрәхәттәр алғандарға ҡулландым, «Нефопам» уколын ҡаҙаным. Шунда үҙемдең атлай алмауымды тойҙом — ә минең тиҙ йөрөүемдән уларҙың ғүмере бәйле. Теште ҡыҫып тигәндәй, көс-хәл менән алға ынтылдым. Һуңынан ғына үҙем ике тапҡыр контузия алғандан тыш, дүрт снаряд ярсығы менән яраланыуым һәм тубыҡ быуынынан шыйыҡса ағыуын белдем. Беҙгә ярҙамға ҡаршыға рота командиры «Дубай» килде. Һөҙөмтәлә шул көндө барыһын да — 7 яралыны эвакуацияланыҡ. Үкенескә күрә, ике Башҡортостан егетенең аяҡтары юҡ ине, әммә иң мөһиме улар иҫән ҡалдылар, — тип уртаҡлашты яугир.
Ауыр көнкүреш, ҡан, үлем араһында күңелдәрен йылытып торғаны — һирәк кенә булһа ла тыуған яғынан хәбәр-сәләмдәр, посылка-күстәнәстәр алыу. «Хәлит» ярҙам ебәргән райондаштарына оло рәхмәтен белдерә. Әлегә ул үҙе ҡотҡарған егеттәрҙең береһе менән Смоленск ҡалаһында хәрби госпиталдә дауалана. Аяуһыҙ алышта хәрбиҙәрҙе ҡотҡарған яҡташыбыҙға күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡлы награда бирелер тип өмөт итәбеҙ. Һәр кемдең теләге бер: донъяла тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, илебеҙҙең именлеген һаҡлап, ошо арала йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланған «Хәлит»кә һәм башҡа яугирҙарға тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын.