Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
11 Март , 14:53

Студенттар водород етештереү буйынса мини-завод макетын эшләгән

Демо-режимды көйләү менән макет йәнләнә: "завод уттары" ҡабына, торбалар буйлап яҡтылыҡ ағымдары йүгерә, факел тоҡана. 

Студенттар водород етештереү буйынса мини-завод макетын эшләгән
Студенттар водород етештереү буйынса мини-завод макетын эшләгән

Водород сығарыусы мини-завод макетын Стәрлетамаҡ ҡалаһында Өфө дәүләт нефть техник университетының Химик технологиялар һәм инжиниринг институты студенттары эшләгән. Уҡытыу, водород алыу процестарын моделләштереү һәм водород энергетикаһы технологияларын күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән, тип хәбәр иттеләр университеттан.

Проект авторҙары – студенттар Евгений Ларин һәм Алексей Глухов. Уйлап сығарыусылар әйтеүенсә, ваҡ ҡына деталдәрҙән ысын завод макетын эшләү еңел булмаған. Уларға 3D принтерҙа баҫылған йөҙҙәрсә деталде: «технологик биналар»ҙағы насостарҙы, яҡтыртҡыс диодтарҙы, янғын сығанаҡтарын имитациялау өсөн төтөн-машинаны, электричканы һәм туҡланыу блоктарын берләштерергә, шулай уҡ ысын ялҡынлы хәүефһеҙ факел яһарға кәрәк була. Әлеге проекттың университетының лидерҙар проекттары конкурсында еңеүе 3D баҫма өсөн деталдәр һәм материалдар һатып алырға мөмкинлек биргән. Вуздың был башланғысы “Йәштәр һәм балалар” милли проектының (национальный проект “Молодежь и дети”) “Өҫтөнлөк-2030” программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Демо-режимды көйләү менән макет йәнләнә: «завод уттары» ҡабына, торбалар буйлап яҡтылыҡ ағымдары йүгерә, факел тоҡана. Тренажер режимында студент компьютер артында идара итеү панелдәре ярҙамында ҡулайламаның эшен көйләй ала: насостарҙың етештереүсәнлеген виртуаль рәүештә үҙгәртә, колонналарға баҫым бирә, ағымдың «составын» көйләй, шулай уҡ аварияларҙы төҙәтә ала. Мини-заводтың макетын лаборатория эштәре ваҡытында киләһе уҡыу йылынан уҡ файҙаланасаҡтар.

«Йәштәр һәм балалар» милли проекты таланттарҙы үҫтереү һәм йәштәрҙең үҙҙәрен күрһәтә алыуы өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Милли проект үҙәгендә – мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, педагогтарҙың квалификацияһын күтәреү, белем биреү өсөн яңы алымдар һәм уңайлы шарттар булдырыу. Милли проект шулай уҡ донъя кимәлендәге кампустар селтәрен үҫтереүҙе һәм «Өҫтөнлөк 2030» программаһы буйынса юғары уҡыу йорттарына булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тота.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!      

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас