Башҡортостанда дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон төргә күсереү дауам итә. Дәүләт сервистарын һанлаштырыу “Мәғлүмәттәр иҡтисады” милли проектының (национальный проект “Экономика данных”) өҫтөнлөклө бурысы булып тора, тип хәбәр итә республиканың дәүләт идаралығының Һанлы үҫеш министрлығы.
Дәүләт хеҙмәттәренең төбәк порталында көндәлек һорауҙарҙы хәл итеү өсөн 18 тормош хәле урынлаштырылған, уларҙың 12-һе 2025 йылда булдырылған. Был портал аша төрлө көнүҙәк һорауҙар буйынса ярҙам алырға мөмкин.
- “Тормош хәлдәрен” хәл итеү өсөн электрон хеҙмәттәр – Дәүләт хеҙмәттәре үҫешенең яңы форматы. Был тәүге сиратта файҙаланыусылар өсөн уңайлы, сөнки барлыҡ мәғлүмәт бер урынға йыйылған һәм теге йәки был хәл менән бәйле күпселек һорауҙарға яуап бирә. Мәҫәлән, “МХОла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам саралары” сервисына был һорауҙар менән бәйле мәғлүмәттәр тупланған. Порталға инеүселәр һаны йылына 600 меңдән артып китеүе форматҡа ихтыяж булыуы тураһында һөйләй, – ти Башҡортостандың дәүләт идаралығының Һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
Ошондай формат Дәүләт хеҙмәттәренең федераль кимәлендә лә үҫешә, барлығы әле 70 ошондай сервис урынлаштырылған.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.
Автор фотоһы.