Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы төбәк компанияларынан Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре һатып алыусылар менән реверслы бизнес-миссияла ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итә башланы.
Сара 17-18 мартта Өфөлә уҙа һәм “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект “Международная кооперация и экспорт” ) милли проекты бурыстарын үтәү барышында тормошҡа ашырыла, тип хәбәр иттеләр министрлыҡта. Унда ҡатнашыуға үҙ продукцияһын сит ил баҙарына оҙайлы командировкаларһыҙ һәм өҫтәмә сығымдарһыҙ сығарыу менән ҡыҙыҡһынған төҙөлөш һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары саҡырыла.
Ике көн дауамында, 17 һәм 18 мартта, Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында ике яҡлы тура һөйләшеүҙәр уҙғарыла. Сарала ҡатнашыу өсөн Башҡортостан етештереүселәренең продукцияһы менән ысын ҡыҙыҡһыныу күрһәткән сит ил һатып алыусылары саҡырылған.
— Реверслы бизнес-миссиялар һәм күргәҙмә саралары ойоштороу бөгөн - беҙҙең төп бурыстарыбыҙҙың береһе. Беҙ танышыуға ғына түгел, республикаға килеүсе партнер компаниялар менән аныҡ һөҙөмтәгә йүнәлтелгәнбеҙ. Экспортлаусыларға бындай осрашыуҙа ҡатнашыу - ул һатып алыу тураһында ҡарар ҡабул иткән кешегә үҙ продуктың менән туранан-тура таныштырыу һәм төбәк сиктәренән сыҡмайынса яңы һатыу баҙарҙарына сығыу мөмкинлеге, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Бындай эштең һөҙөмтәлелеге аналитик мәғлүмәттәр менән дә раҫлана. 2025 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһындағы тышҡы сауҙа әйләнешенең дөйөм күләменән 76,8% экспорт тәшкил иткән, шул уҡ ваҡытта импорт 23,2% алған.
Республиканың БДБ илдәре менән тышҡы сауҙа әйләнеше төбәктең дөйөм тауар әйләнеше күләменең 30,4 процентын тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта поставкалар географияһы киңәйеүен дауам итә: йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың контрагент илдәре һаны 114-кә етте, был 2024 йылғы күрһәткестән (101 ил) 12,9 процентҡа күберәк. Реверс бизнес-миссия был позицияларҙы нығытырға һәм оҙайлы партнерлыҡ, һатыу географияһын киңәйтеү һәм республика предприятиелары өсөн яңы баҙарҙарға сығыу өсөн ныҡлы нигеҙ булырға тейеш.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!