2025 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) сиктәрендә халыҡтың экологик көн тәртибенә йәлеп ителеүенең һиҙелерлек артыуын күрһәтте, тип хәбәр иттеләр республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.
Төбәктә экологик йүнәлешле 20 меңдән ашыу төрлө сара уҙғарылған, уларҙа 4,4 миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан. Был күрһәткес республика халҡының дөйөм һанынан 100 проценттан ашып китә, был йыл дауамында халыҡтың акцияларҙа һәм проекттарҙа күп тапҡыр ҡатнашыуын күрһәтә.
Башҡортостан ғәҙәттәгесә федераль тәбиғәтте һаҡлау башланғыстары лидерҙары иҫәбенә инә. Ярҙарҙы таҙартыу буйынса “Рәсәй һыуы” бөтә Рәсәй акцияһы йомғаҡтары буйынса төбәк илдә дүртенсе урынды биләй. “БумБатл” акцияһында ла ҙур уңыштарға өлгәшелгән: республика 800 тоннанан ашыу макулатура йыйып, икенсе урынға күтәрелгән.
Республикала йәштәрҙе экологик тәрбиәләүгә айырыуса иғтибар бүленә. “Эколята” проекттары әүҙем үҫешә, профилле форумдар һәм конкурстар үткәрелә. “ГеоВызов” Халыҡ-ара геология чемпионаты 2025 йылда донъяның 16 иленән ҡатнашыусыларҙы йыйып, сираттағы тапҡыр үҙенең юғары статусын раҫлай.
– Беҙҙең маҡсат – экологик мәҙәниәтте ябай ғына түгел, ә төрлө йәштәге кешеләр өсөн ғәҙәти итеү. Был йүнәлештә эш комплекслы алып барыла: был күмәк экобашланғыстар, экология дәрестәре, ижади конкурстар, социаль селтәрҙәрҙә әүҙем мәғлүмәт биреү. Быйыл беҙ алған темпты һаҡлап ҡалыуҙан тыш, мәғрифәтселек проекттары спектрын киңәйтергә ниәтләйбеҙ, — тип билдәләне тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.
2026 йылға өҫтөнлөклө бурыстар иҫәбендә — өҙлөкһөҙ экологик белем биреү системаһын артабан үҫтереү, ирекмәндәр хәрәкәтенә ярҙам итеү һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.