Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
4 Март , 16:12

"Салют" үҙәге ата-әсәләрҙе социаль проектта ҡатнашырға саҡыра

“Салют” Республика реабилитация үҙәгендә "Һин булдыраһың!” тип аталған махсуслаштырылған белем биреү курсы башлана.

"Салют" үҙәге ата-әсәләрҙе социаль проектта ҡатнашырға саҡыра
"Салют" үҙәге ата-әсәләрҙе социаль проектта ҡатнашырға саҡыра

Өфөләге “Салют” Республика реабилитация үҙәгендә яңы социаль проект – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм инвалидлығы булған балаларҙың ата-әсәләре өсөн “Һин булдыраһың!” тип аталған махсуслаштырылған белем биреү курсы башлана. Ғаиләләргә һәр яҡлап ярҙам итеү, инфраструктура булдырыу – “Ғаилә” милли проектының (национальный проект "Семья") төп маҡсаты, тип хәбәр итә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Ярты йыллыҡ курста ата-әсәләр тәжрибәле белгестәр етәкселегендә белем алыу мөмкинлегенә эйә була, белгестәр үҙ аллы эшләү өсөн шәхсән кәңәштәр һәм мәсьәләләр бирә. Онлайн тәртиптә лә уҡырға мөмкин.

Махсус программа ата-әсәләрҙә хис-тойғолар менән идара итеүҙе, хәлде тейешенсә баһалай алыуҙы үҫтереүгә, бала менән һөҙөмтәле аралашыуға йүнәлтелгән. Бындай алым реабилитация системаһының йоғонтоһон яҡшырта, балалар менән уларҙың ғаиләләре өсөн һөҙөмтәнең тотороҡлолоғон арттыра.

Киләсәктә проектты киңәйтеү – башҡа реабилитация үҙәктәре белгестәрен уҡытыутәжрибәне таратыу һәм, ихтимал, " Һин булдыраһың!" курсын бөтә ил буйынса балалар өсөн дәүләт реабилитация үҙәктәренең эш стандарттарына индереү ниәтләштерелә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!   

Мәғлүмәт, фото: mintrud.bashkortostan.ru/presscenter/news...

Автор: Равиля Гатауллина
Автор:
Читайте нас