Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
4 Март , 07:10

Беҙҙең бурыс – ҡала һәм райондар өсөн сифатлы хеҙмәттәр күрһәтеү

Башҡортостанда төбәк операторы һаҡсыл технологиялар ярҙамында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу логистикаһын ҡулайлаштыра  

Беҙҙең бурыс – ҡала һәм райондар өсөн сифатлы хеҙмәттәр күрһәтеү
Беҙҙең бурыс – ҡала һәм райондар өсөн сифатлы хеҙмәттәр күрһәтеү

Башҡортостандың коммуналь өлкәһендәге алдынғы предприятиеларҙың береһе “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” акционерҙар йәмғиәте “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектына ҡушылды, тип хәбәр иттеләр төбәк хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар үҙәгенән.

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторы һаҡсыл технологиялар индереү буйынса программала яңы ҡатнашыусы булды. Предприятие Өфөлә һәм Башҡортостандың тағы 14 муниципаль районында йәшәүселәрҙең уңайлылығын тәьмин итә.

– Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү һәм халыҡ өсөн хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү – республиканың өҫтөнлөгө. Бындай социаль әһәмиәтле предприятиеларҙың проектта ҡатнашыуы ҡалдыҡтарҙы сығарыу логистикаһын ҡулайлаштырыу һәм ҡалаларҙың уңайлылығына һәм санитар именлегенә йоғонто яһау мөмкинлеген бирә. Был тармаҡтың һөҙөмтәлелеген һәм халыҡтың ҡәнәғәтлеген арттырыуға юл, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Төбәк компетенциялар үҙәге (РЦК) төрлө тармаҡ предприятиеларында процестарҙы оптималләштереүҙә уңышлы тәжрибәгә эйә. Яңы ҡатнашыусы өсөн эксперттар пилот ағымын билдәләйәсәк — ул ҡалдыҡтарҙы ташыу йәки махсус техниканы ремонтлау булыуы мөмкин. Маҡсат – сығымдарҙы кәметеү, хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү. Милли проектта ҡатнашыу предприятиеның яңы технологиялар индереү сәйәсәтен дауам итәсәк. Быға тиклем компания ГЛОНАСС системаһын индергән, ауырлыҡ контролен автоматлаштырған һәм контейнер паркын яңыртҡан.

— Беҙҙең бурыс – ҡала һәм райондар өсөн сифатлы хеҙмәттәр күрһәтеү. Һаҡсыл етештереү ҡоралдары һөҙөмтәле логистика төҙөргә, техниканың эшһеҙлеген кәметергә һәм ресурстарҙы рациональ файҙаланырға ярҙам итәсәк. Операцион һөҙөмтәлелектең яңы кимәленә сығырға иҫәп тотабыҙ, – тип билдәләне “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Рөстәм Рәхмәтуллин.

Республика үҙәге командаһы предприятие майҙансығында бер нисә ай дауамында эшләйәсәк, республика халҡы өсөн хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү өсөн һаҡсыл етештереү практикаһын индерергә ярҙам итәсәк.

Фото: Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан.

Автор: Рәмилә Мусина

Беҙҙең бурыс – ҡала һәм райондар өсөн сифатлы хеҙмәттәр күрһәтеү
Беҙҙең бурыс – ҡала һәм райондар өсөн сифатлы хеҙмәттәр күрһәтеү
Автор:
Читайте нас