Башҡортостан эшҡыуарҙарын Белоруссияла 19-20 мартта үтәсәк күп тармаҡлы бизнес миссияла ҡатнашырға саҡыралар. Сәфәр “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ярашлы ойошторола, тип хәбәр иттеләр республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан.
Был сара эшҡыуарҙарға үҙ продукцияларын тура тәҡдим итеү, һатыу алыусылар менән һөйләшеүҙәр үткәреү, урындағы баҙар мохтажлыҡтарын өйрәнеү мөмкинлеген бирәсәк. Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге төп ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеүҙе үҙ өҫтөнә ала, бизнес вәкилдәренән хеҙмәт бәйләнештәре булдырыуға ғына иғтибар йүнәлтеү талап ителә.
“Беҙ аныҡ һөҙөмтәгә иҫәп тотабыҙ, белорус компаниялары менән кооперацияны тәрәнәйтеүҙә ҙур мөмкинлек күрәбеҙ. Быны статистика ла дәлилләй: 2025 йыл йомғаҡтарына ҡарағанда, Белоруссия республикабыҙҙың төп ун сауҙа партнеры араһында етенсе урында. Быйылғы динамика уларҙан агросәнәғәт, машина эшләү, ағас эшкәртеү продукцияларын ташыуҙа йылдам үҫеште күрһәтә”, – тип билдәләй Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Билдәле булыуынса, яңыртылған милли проекттар, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, 2025 йылдан алып тормошҡа ашырыла.
Фото: "Башинформ".
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan