Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
27 Февраль , 12:09

Ялда ғаилә байрамы үтәсәк

“Ғаилә исемле ҡәлғә” сараһының әһәмиәте ҙур.

Ялда ғаилә байрамы үтәсәк
Ялда ғаилә байрамы үтәсәк

28 февралдә “Ғаилә исемле ҡәлғә” тигән республика ғаилә ялы үтәсәк, тип хәбәр итә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы. Байрам ҙур һәм татыу ғаилә йылы сиктәрендә “Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) маҡсаттарына ярашлы уҙғарыла.

Был сара төбәктең төрлө район һәм ҡалаларын берләштерә. Программала команда конкурстары, ижади сығыштар, “Ғаилә тарихында беҙҙең ирҙәр”, “Һаҡсы өсөн открытка”  тигән оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡа саралар көтөлә.

- Ғаилә ялдары республика халҡы өсөн изге йолаға әүерелде. Һәр ай һайын улар меңләгән ҡатнашыусыны йыя. Ҙур ҡалаларҙан да, төпкөлдәге райондарҙан да сараға киләләр. Был байрамда ғаиләләр төрлө яҡлап асыла: ата-әсәләр һәм балалар төрлө һынауҙарҙы үтә, ижад итә. Ҙур һәм татыу ғаилә йылында бындай осрашыуҙар үҙенсәлекле мәғәнәгә эйә. Ул ғаиләнең төп таянысы һәм ҡиммәте булыуын күрһәтә, - ти “Ғаилә” ресурс үҙәге директоры вазифаһын башҡарыусы Ангелина Девятерикова.

“Ғаилә” милли проекты ата-әсә һәм балалар өсөн ҡаралған сараларҙы берләштерә.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор фотоһы.

 

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Автор:
Читайте нас