Өфөлә Алдынғы һөнәри әҙерлек үҙәгендә “Һөнәри белем биреү системаһын үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса төбәктәр тәжрибәһен күрһәтеү” түңәрәк өҫтәле үтте. Сара Башҡортостандың мәғариф министрлығы һәм Силәбе өлкәһенең мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәре ҡатнашлығында үтте һәм ике төбәктең профессиональ белем биреү ойошмалары етәкселәрен берләштерҙе.
Асыҡ аралашыу форматы кадрҙар әҙерләү һәм “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Профессионалитет” федераль проектын (федеральный проект “Профессионалитет” национального проекта “Молодежь и дети”) тормошҡа ашырыу өлкәһендә төбәк-ара хеҙмәттәшлектең артабанғы йүнәлештәрен билдәләргә мөмкинлек бирҙе, тип хәбәр иттеләр алдан әҙерлек үҙәгенән.
Осрашыу барышында төбәк мәғариф системалары вәкилдәренең сығыштары яңғыраны, кадрҙар әҙерләү сифаты менән идара итеү, колледждарҙа деструктив күренештәрҙе иҫкәртеү, шулай уҡ “Профессионалитет” проектын тормошҡа ашырыу практикаһы мәсьәләләре ҡаралды.
Ҡатнашыусылар урта һөнәри белем биреүҙең торошон һәм үҫеш перспективаларын, мәғариф стандарттарын иҡтисадтың реаль секторы ихтыяждары менән синхронлаштырыуҙы һәм һөнәри белем биреү системаһын фәнни-методик оҙатыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
Осрашыуҙың төп һөҙөмтәһе булып Башҡортостан Республикаһының Үҙәк профессиональ белем биреү учреждениеһы менән Силәбе һөнәри белем биреүҙе үҫтереү институты, шулай уҡ ике төбәктең һөнәри белем биреү ойошмалары директорҙары союздары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу торҙо. Бындай профессиональ майҙансыҡтар төбәктәрҙең уҙаҡташлығын нығыта һәм берҙәм белем биреү киңлеген үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Фото: ЦОПП Республика Башкортостан.
Автор: Рәмилә Мусина