Башҡортостанда “Хладобойня Строгонов” ит продукцияһын эшкәртеү предприятиеһы “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) ярҙамында сусҡа ите етештереүҙе арттырасаҡ. Был хаҡта төбәк хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар үҙәгенән хәбәр иттеләр.
Төбәк компетенциялар үҙәге командаһы майҙансыҡта бер нисә ай эшләйәсәк, етештереү ҡоралдарын урынлаштырырға ярҙам итәсәк һәм персоналды уҡытасаҡ. Малдарҙы һуйыу һәм эшкәртеү процесы оптималләштереү өсөн тәү сиратта тест режимы менән башҡарыла. Унда эксперттар ваҡыт һәм етештереү сығымдарын кәметәсәк һәм ғәмәлдәге көстәр менән етештереүҙе арттырасаҡ.
– Аҙыҡ-түлек эшкәртеүҙе үҫтереү – республика иҡтисады өсөн өҫтөнлөклө күренеш. Проектта заманса производстволарҙың ҡатнашыуы процестарҙы оптималләштереү һәм сифатлы продукция күләмен арттырыу, төбәктең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген нығытыу мөмкинлеген бирә. Был – урындағы етештереүселәрҙең һөҙөмтәлелеген һәм конкурентлыҡ һәләтен үҫтереүгә юл, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер – министрының беренсе урынбаҫары – Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының маҡсаттары – иҡтисадты, финанс баҙарын, конкуренцияны үҫтереү, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм инвестиция әүҙемлеген арттырыу, шулай уҡ тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметеү. Иҡтисадтың сәнәғәт секторҙары перспективаларына, юғары технологияларға һәм йәштәр бизнесына айырыуса иғтибар бүленә.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: “Башҡортостан24”
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...