Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 2025 йылда Башҡортостан компаниялары сит илгә 360 миллион долларлыҡ 600 мең тоннаға яҡын агросәнәғәт продукцияһын оҙатҡан. 2024 йылда был күрһәткес 348,6 миллион һум булған.
Ауыл хужалығы продукцияһы экспортының артыуы “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) маҡсаты булып тора. Был турала республиканың Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итә.
Оҙатылған продукцияның 66 проценттан ашыуы май тармағына тура килә - үҫемлек майы, шроттар, төпрәләр. 2030 йылға ауыл хужалығы сәнәғәте комплексын экспортлау 651,2 миллион долларға тиклем арттырыу ниәтләнә. 2021 йылдағы менән сағыштырғанда, был ике тапҡыр күберәк.
– Ауыл хужалығы продукцияһының төп төрҙәрен артабан да үҫтерәсәкбеҙ. Сит илгә һатыу күләмен 2 миллион тоннаға еткереү маҡсаты бар. Бының өсөн тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек тармағында һөҙөмтәле үҙ-ара бәйләнеш системаһын булдырыу мөһим, – ти республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
Автор фотоһы.