Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн “Кадрҙар” милли проекты (национальный проект “Кадры”) буйынса бушлай уҡыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башланды. Тәүге 1000 программа “Рәсәй эше” платформаһында бирелгән. 2026 йылда раҫланған һөнәрҙәр исемлегенә 186 специальность ҡарай. Улар хеҙмәт баҙарында ҙур һорау менән файҙалана.
- 2025 йыл һөҙөмтәләренә ҡарағанда, Башҡортостан “Кадрҙар” милли проекты булышлығында яңы һөнәри компетенциялар алған лидер төбәктәр иҫәбенә инде. Өс меңдән ашыу кеше уҡып сыҡты, - тип һөйләне республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников.
Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға күп һөнәрҙәр исемлеге тәҡдим ителеүе тураһында хәбәр итте. Уға өҫтәмә 20 һөнәр индерелде. Улар яугирҙәр алынған тәжрибәне тыныс тормошта файҙланыуға ҡайтып ҡала. Шул иҫәптән мәғлүмәт технологиялары менән бәйле булғандары ла бар. Улар – телекоммуникациялар селтәрҙәрендә мәғлүмәттәрҙе һаҡлау буйынса белгес, Web һәм мультимедиялы ҡушымталарҙы эшләүсе, мәғлүмәттәр технологиялары өлкәһендә тест эшләү буйынса белгес һәм башҡалар.
Шуны билдәләргә кәрәк: эшһеҙ граждандар менән бер рәттән, республика йәшәүселәр яңы һөнәрҙәргә эйә була ала. Әле “Рәсәй эше” берҙәм һанлы платформаһында токарь, тегенсе, “Web-программист” һәм башҡа һөнәрҙәренә уҡырға мөмкин.
Былтыр Башҡортостанда “Мәғлүмәт ресурстары һәм нейроселтәрҙәр менән эш буйынса белгес”, “Мәҙәниәт өлкәһендә яһалма интеллект инструменттары”, “Химик анализ лаборанты”, “Тегенсе” һәм башҡа һөнәрҙәр ҙур һорау менән файҙаланған.
Сығанаҡ, фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!