Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
19 Февраль , 21:38

Өфөләр “Һин уйында” конкурсында ҡатнаша ала

Конкурстың миҙгелендә биш төп номинация тәҡдим ителгән – «Старт нөктәһе», «Масштаб», «Балалар спортта», «Спортта трансформация», «Сикһеҙ мөмкинлектәр», шулай уҡ конкурс бағыусыларынан өс номинация булдырылған – «Корпоратив спорт», «Спорт туризмы», «Медиа». 

Өфөләр “Һин уйында” конкурсында ҡатнаша ала
Өфөләр “Һин уйында” конкурсында ҡатнаша ала

Өфөләрҙе «Һин уйында» Бөтә Рәсәй спорт проекттары конкурсының сираттағы миҙгелендә ҡатнашырға саҡыралар. Күләмле башланғыс «Рәсәй спорты» дәүләт программаһы (госпрограмма «Спорт России») сиктәрендә һәүәҫкәр спортҡа ярҙам итеү һәм уны үҫтереү маҡсатында булдырылған. Был хаҡта Өфө хакимиәтенән хәбәр иттеләр.

Проект урындағы ихата һәм муниципаль проекттарҙан алып күләмле федераль программаларға һәм заманса һанлы ҡарарҙарға тиклем бөтә илдән килгән башланғыстарҙы берләштерә.

Конкурстың төп бурысы – Рәсәй халҡын спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итергә ярҙам иткән сағыу һәм перспективалы башланғыстарҙы табыу һәм билдәләү. Бәйгеселәр өсөн был проект тураһында федераль кимәлдә белдереү, профессиональ экспертиза алыу һәм спорт, идара итеү, маркетинг өлкәһендә эксперттар һәм практиктар менән эшләү мөмкинлеге. Ярымфинал һәм финал этаптарында ҡатнашыусылар белем биреү акселераторын үтә, үҙ проекттарын эшләп бөтөрә, аңлайышлыраҡ һәм тотороҡлораҡ үҫеш моделен төҙөй.

Конкурстың миҙгелендә биш төп номинация тәҡдим ителгән – «Старт нөктәһе», «Масштаб», «Балалар спортта», «Спортта трансформация», «Сикһеҙ мөмкинлектәр», шулай уҡ конкурс бағыусыларынан өс номинация булдырылған – «Корпоратив спорт», «Спорт туризмы», «Медиа».

Конкурста төрлө форматтағы һәм ҙурлыҡтағы спорт проекттары ҡатнаша ала: мәҫәлән, балаларҙы саңғы спортына өйрәтеү буйынса проекттар, ғаилә туристик фестивалдәре, йыл һайын йүгереүҙәр, спорт өсөн һанлы ҡарарҙар, фитнес-блогтар һәм спорт эшмәкәрлеге менән бәйле башҡа башланғыстар.

Конкурс бер нисә этапта уҙғарыла: ғаризалар ҡабул итеү, ярымфинал, халыҡ тауыш биреүе һәм финал. Ярымфиналға ғаризаларҙы – бойондороҡһоҙ жюри, финалға спорт индустрияһы етәкселәре, Рәсәй спортсылары һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ингән эксперт советы ағзалары һайлап ала. Бөтә финалистар ҙа онлайн эксперттар алдында үҙ проекттары менән таныштыра.

Яҡшыларына үҙ башланғыстарын тормошҡа ашырыу һәм үҫтереү өсөн финанслау ҡаралған. Был миҙгелдә етди приз фонды ҡаралған: номинацияларҙа еңеүселәр – 500-шәр мең һум, ә гран-при яулаусы 1 миллион һум аласаҡ. Халыҡ тауыш биреүе менән һайланған проекттар махсус бүләктәр менән билдәләнә.

Ғариза биреү өсөн тывигре.рф сайтында форма тултырырға кәрәк.

Ҡабул итеү 2026 йылдың 31 мартына тиклем дауам итә. Еңеүселәрҙе йәйгеһен Мәскәүҙә бүләкләйәсәктәр. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас