Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
12 Февраль , 21:59

Уҙған йылда ҙур дүрт күпер ремонтланған

Өсәүһенә – ремонт, ә Таналыҡ аша һалынғанына капиталь ремонт үткәрелгән.

Уҙған 2025 йылда Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сараларына ярашлы дүрт ҙур күпер ремонтланды, тип хәбәр итә республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо – 730 метрҙан ашыу.

Өфө – Инйәр – Белорет юлының Архангел районынан үткән өлөшөндә Ағиҙел йылғаһы аша, Малаяҙ – Үрге Ҡыйғы – Яңы Балаҡатай – Ункурда йүнәлешендә Әй һәм Йүрүҙән йылғалары аша ике күпер, Аҡъяр – Новочеркасск – Ырымбур өлкәһенең Хәйбуллалағы сиге юлында Таналыҡ аша һалынған күпер рәтләнгән.

Транспорт һәм юл хужалығы министры Л. Минакова әйтеүенсә, өс күпергә – ремонт, ә Таналыҡ аша һалынғанына капиталь ремонт үткәрелгән.

Яңыртылған милли проекттар, РФ Президенты В. В. Путин ҡарары буйынса, былтырҙан тормошҡа ашырыла.

Мәғлүмәт, фото: transport.bashkortostan.ru/presscenter/news/...

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

Автор: Равиля Гатауллина
Автор:
Читайте нас