Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
12 Февраль , 16:29

Коммуналь инфраструктура объекттары ремонтлана

Быға милли проекттар ярҙам итә

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Коммуналь инфраструктураны модернизациялау” федераль проектына ярашлы Башҡортостанда эсәр һыу менән тәьмин итеү, йылылыҡ селтәрҙәре системаһын капиталь ремонтлау буйынса  саралар күрелә. Был турала республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы хәбәр итә.

Федераль проектҡа ярашлы объекттарҙы һайлап алғанда  ундағы  авария хәлдәренең булыу-булмауы, туҙыу кимәле лә иғтибарға алына. Мәҫәлән, 2026 йылда 46 сара билдәләнгән, уларҙың бишәүһе 2025 йылдан күскән. Сараларҙы финанслау күләме 1 миллиард һумдан ашыу, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан 700 миллион һумға яҡын.

Объекттарҙың бер өлөшө реконструкцияласаҡ һәм төҙөләсәк, бер өлөшөнә капиталь ремонт эшләнәсәк. 30 мартҡа тиклем конкурстар уҙғарыла һәм дәүләт контракттары төҙөлә. Бөгөнгө көндә туғыҙ сара буйынса һатып алыу процедуралары иғлан ителгән.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор фотоһы.

 

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Автор:
Читайте нас