Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
12 Февраль , 16:32

Бушлай ярҙамдан файҙаланып ҡалығыҙ

Был сара 12 февралдә үткәрелә

Бушлай ярҙамдан файҙаланып ҡалығыҙ
Бушлай ярҙамдан файҙаланып ҡалығыҙ

Дәүләт ярҙамы саралары һәм белгестәрҙән кәңәш алыу мөмкинлектәре ғаиләләргә ярҙамдың мөһим шарттары булып тора. Быларҙың барыһы ла “Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

12 февралдә Берҙәм ғаилә консультациялары көнө үткәрелә. 10-дан 17 сәғәткә тиклем ойошторолған сара “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашҡан 52 ауылда була.

Был көндө бер урында бер нисә хеҙмәт белгестәре кәңәшен алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Эшкә урынлашыу, ғаиләләргә һәм балаларға дәүләт ярҙамы саралары, дәүләт хеҙмәттәрен рәсмиләштереү, түләүҙәр, ташламалар, бала хоҡуҡтарын яҡлау, хоҡуҡи ярҙам һәм сәләмәт тормош алып барыу мәсьәләләре буйынса кәңәштәр алырға мөмкин буласаҡ.

Түбәндәге ойошмаларҙан вәкилдәр буласаҡ:

  • Халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре;
  • “Ғаилә” үҙәктәре;
  • Башҡортостан Республикаһы буйынса Социаль фонд;
  • Мәғариф һәм опека бүлектәре;
  • Юристар ассоциацияһы;
  • Табип-наркологтар;
  • Полиция участковыйҙары;
  • Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүсе социаль координаторҙар.

Алдан яҙылыу талап ителмәй һәм барлыҡ кәңәштәр ҙә бушлай бирелә. Ҡабул итеү адрестары “Башҡортостандың ғаилә порталы”нда (“Семейный портал Башкортостана”) бирелгән.

Сығанаҡ: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Автор: Айһылыу Низамова
Автор:
Читайте нас