БР Торлаҡ-коммуналь министрлығы хәбәр итеүенсә, республикала йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү бер нисә йүнәлештә бара.
"Тормош өсөн инфраструктура" милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу федераль программаһына ярашлы, һәр муниципалитетҡа, унда йәшәгән халыҡ һанына ҡарап, билдәле бер миҡдарҙа аҡса бүленә. Был аҡсаға парк йә сквер йәки яр буйҙары рәткә һалына. Быйыл республикала 144 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү күҙ уңында тотола.
Шулай уҡ муниципалитеттар бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи урындарҙа уңайлы мөхит булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй иң яҡшы проекттар конкурсында әүҙем ҡатнаша. Ул “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы үтә. Республиканан 39 проект еңгән, уларҙың 30-ы тамамланған да инде. Уҙған 2025 йылда Башҡортостандан тағы ла биш яңы проект конкурста еңеүгә өлгәшкән. Уларҙы тормошҡа ашырыу 2026-2027 йылдарға планлаштырылған.
– Был конкурс ярҙамында тиҫтәләрсә миллион һум отоп, ысын мәғәнәһендә ҙур, уникаль проекттарҙы тормошҡа ашырырға мөмкин. Мәҫәлән, Ишембайҙа һәм Баймаҡ районында яңы парктар барлыҡҡа килде. Улар бик ҡыҙыҡлы – күнегелгән рәүештә түгел, ә һәр райондың традицияларын һәм мәҙәни үҙенсәлектәрен сағылдыра. Был эш киләһе йылда ла дауам итер, – тип белдерҙе Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова.
Яңыртылған милли проекттар, РФ Президенты В. В. Путин ҡарары буйынса, былтырҙан тормошҡа ашырыла.
Мәғлүмәт, фото: house.bashkortostan.ru/presscenter/news/788146/
Беҙҙең гәзиттең МАХ-тағы каналына ҡушылығыҙ, дуҫтар: https://max.ru/gazetabashkortostan