“Һөнәрмәндәр” Бөтә Рәсәй чемпионатаның төбәк этабы “Йәштәр һәм балалар” милли проектының (нацпроект "Молодежь и дети") "Профессионалитет" федераль проекты сиктәрендә ойошторола. Был турала республиканың мәғариф министрлығынан хәбәр иттеләр.
Быйыл конкурста үҙ оҫталыҡтарын урта һөнәри белем биреү системаһынан 750 студент һәм 210 мәктәп уҡыусыһы күрһәтә. Ярыштар төп йәш категорияһында - 152, ә “Юниорҙар” категорияһында 42 компетенцияла үтә. Чемпионаттың төбәк операторы – Башҡортостан Республикаһының һөнәри әҙерлек үҙәге. Һынауҙарҙы уҙғарыу эшенә республиканың 59 белем биреү ойошмаһы йәлеп ителгән. Барлыҡ этаптарҙа ҡатнашыусыларҙы эксперт-остаздар оҙатып барҙы. Улар йәштәрҙең һәм үҫмерҙәрҙең һөнәри оҫталыҡ кимәлен һәм иҡтисадтың реаль секторында эшләргә әҙерлеген тикшерә.
Ярыштар13 февралдә тамамланасаҡ, ә еңеүселәрҙең һәм призерҙарҙың исемдәре “Торатау” Конгресс-холында бүләкләү тантанаһында иғлан ителәсәк.