МИЛЛИ ПРОЕКТ
5 Февраль , 06:56

Йәш ғалимдар йыллыҡ планды барланы

Клуб ағзалары 2025 йылғы эш һөҙөмтәләрен барлауға һәм 2026 йылға төп йүнәлештәрҙе билдәләүгә арналған йомғаҡлау йыйылышы үткәрҙе

Йәш ғалимдар йыллыҡ планды барланыЙәш ғалимдар йыллыҡ планды барланы
Йәш ғалимдар йыллыҡ планды барланы

Евразия фән һәм белем биреү үҙәге (НОЦ) йортонда Йәш ғалимдар клубының 2025 йылғы эш һөҙөмтәләрен барлауға һәм 2026 йылға төп йүнәлештәрҙе билдәләүгә арналған йомғаҡлау йыйылышы үтте.

Сара Ун йыллыҡ фән һәм технологиялар башланғысы буйынса ойошторолдо. Ул клубтың әүҙем ағзаларын һәм студент ғилми йәмғиәттәре вәкилдәрен берләштерҙе, тип хәбәр итә НОЦ-тың идара итеүсе компанияһы.

Осрашыу барышында йәш тикшеренеүселәрҙең ғилми үҫеше өсөн мөмкинлектәр булдырыуға айырыуса иғтибар бирелде. Ҡатнашыусыларғ ярҙам саралары тураһында – студенттар ғилми йәмғиәттәренең традицион конкурстарынан алып ҙур федераль программаларға тиклем ентекле һөйләнеләр.

Үҙәк (НОЦ) йәштәр фәненә ярҙам итеүҙә төп ролде уйнай. осрашыуҙа ошо турала ла һүҙ барҙы. Йәш ғалимдар клубына һәр яҡлап әүҙем ярҙам бар: үҫеш өсөн заманса майҙансыҡтар бирелә, белем биреү саралары үткәрелә, шулай уҡ мәғлүмәт ярҙамы күрһәтелә.

– Республика етәкселеге ҡуйған бурыс – фән менән шөғөлләнгән йәштәргә ярҙам итеүҙең һөҙөмтәле системаһын булдырыу. Башҡортостан Башлығы идеяһы менән ойошторолған Йәш ғалимдар клубы был системала төп урынды биләй. Бөгөн ул 300-ҙән ашыу йәш тикшеренеүселәрҙе һәм белгестәрҙе берләштерә, – ти НОЦ-ҡа Идара итеү компанияһы директоры Наталия Латипова.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: яңыртылған милли проекттар, РФ Президенты В. В. Путин ҡарары буйынса, былтырҙан алып тормошҡа ашырыла.

Фото: vk.com/eurasiannoc

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

 

Автор: Равиля Гатауллина
Автор:
Читайте нас