МИЛЛИ ПРОЕКТ
5 Февраль , 06:49

Был сара мөһим ваҡиғаға әүерелде

Ошондай мәғариф платформаларын булдырыу көнүҙәк

Был сара мөһим ваҡиғаға әүерелдеБыл сара мөһим ваҡиғаға әүерелде
Был сара мөһим ваҡиғаға әүерелде

Евразия фәнни-белем биреү үҙәге вуз-ара студенттар кампусы резиденты – Өфө дәүләт нефть техник университетында мультивендорлы ИТ-лаборатория асылды. Ул Рәсәй программалары менән тәьмин итеү  эше буйынса белгестәрҙе әҙерләү өсөн асылған.

Яңы белем биреү майҙансығы студенттар һәм йәш белгестәр өсөн һанлы компетенцияларын формалаштырыуға йүнәлтелгән.

Лаборатория әйҙәүсе Рәсәй ИТ-вендорҙарын - «Группы Астра», «БПМСофт»  һәм  Р7 – берләштерә. Уҡыу процесында ватан продукттары, бизнес-процестарын автоматлаштырыу өсөн «Р7-Офис», BPMSoft  платформаларын индереп, файҙаланыла.

- Республикабыҙ иҡтисад һәм мәғариф тармаҡтарына һанлы ҡарарҙарҙы индереүгә йүнәлтелгән. Ошондай мәғариф платформаларын булдырыу көнүҙәк, - тип белдерҙе Башҡортостандың дәүләт идара итеүенең һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин.

Мультивендорлы ИТ-лабораторияһын асыу вуздар, индустрия һәм ИТ-эшләүселәр араһында эшмәкәрлекте нығытыу, заманса белем биреү өсөн кәрәк һәм “Кадрҙар” милли проекты (национальный проект “Кадры”) бурыстарын тормошҡа ашыра.

Көслө иҡтисадты үҫтереү, квалификациялы хеҙмәткәрҙәр менән тәьмин итеү өсөн яңы “Кадрҙар” милли проектының индерелеүе байтаҡ көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итәсәк. Йыл һайын уға ярашлы белгестәргә ихтыяж өйрәнеләсәк, алдан күҙаллау, вуздарҙа һәм колледждарҙа бюджет урындарын билдәләү өсөн төплө нигеҙ барлыҡҡа киләсәк. Әле илдә юғары квалификациялы кадрҙарға ихтыяж 1,5 миллион кеше тәшкил итә. Айырыуса төҙөлөш, транспорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәләре ҡытлыҡ кисерә. Тап ошо проект профессиональ әҙерлекте иҡтисад, фән һәм технологиялар үҫешенә, иҡтисад ихтыяжына ярашлы тәьмин итергә тейеш. ”Кадрҙар” – белем биреү учреждениелары, компаниялары һәм дәүләт эшмәкәрлеген берләштерәсәк, студенттарҙың уҡыуын һәм практикаһын, уҡыусыларҙың профессиональ йүнәлешен көсәйтәсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ, фото: БР Хөкүмәте.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

Автор: Айһылыу Низамова
Автор:
Читайте нас