Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
5 Февраль , 19:51

Башҡортостан һәм Ташкент агровуздары хеҙмәттәшлекте үҫтерә

Агровуздар араһында 2026-2030 йылдарға ғилми-техник хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә һәм берлектәге саралар планына (юл картаһы) ҡул ҡуйылды.

Башҡортостан һәм Ташкент агровуздары хеҙмәттәшлекте үҫтерә
Башҡортостан һәм Ташкент агровуздары хеҙмәттәшлекте үҫтерә

Ташкент һәм Башҡорт дәүләт аграр университеттары үҫемлекселек, селекция һәм орлоҡсолоҡ өлкәһендә хеҙмәттәшлек итәсәк. Был тармаҡтарҙы үҫтереү “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проекты (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) сиктәрендә ойошторола, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан.

Агровуздар араһында 2026-2030 йылдарға ғилми-техник хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә һәм берлектәге саралар планына (юл картаһы) Ташкентта ғинуар айында ҡул ҡуйылды. Ташкент университетына барған ваҡытта һөнәри йүнәлеш биреү эше үткәрелгән һәм Башҡорт дәүләт аграр университетының белем биреү һәм ғилми эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре билдәләнгән. Шулай уҡ, ике республика өлгәшелгән һөҙөмтәләр тураһында һөйләне һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Бынан тыш, ауыл хужалығы һәм аграр белем биреү өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү перспективалары тикшерелде.

Хеҙмәттәшлек барышында Башҡортостан климатында экологик сорт һынауҙарын үткәреү өсөн университетҡа алты сорт һәм 30 маш культураһы селекция линияһы килтерелде. Был эш яңы һәм урындағы шарттарға яраҡлаштырылған сорттар булдырыуға йүнәлтелгән.

“Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проектының төп маҡсаты – Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексын һәм уның технологик бойондороҡһоҙлоғон үҫтереү. Был йәһәттән Рәсәй бөтә кәрәкле аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителәсәк, шулай уҡ донъя баҙарында позицияларҙы нығытыу өсөн күберәк мөмкинлектәр барлыҡҡа киләсәк. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...

 

Автор: Таңсулпан Байтимерова
Автор:
Читайте нас