Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
5 Февраль , 19:49

3 миллион тонна агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспортҡа оҙатылды

Башҡортостан республикаһы 2025 йылда ауыл хужалығы продукцияһын донъяның 35 иленә экспортлаған

3 миллион тонна агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспортҡа оҙатылды
3 миллион тонна агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспортҡа оҙатылды

Башҡортостан республикаһы 2025 йылда ауыл хужалығы продукцияһын донъяның 35 иленә экспортлаған. Күләме – 530 мең тоннанан ашыу. Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы продукцияһын сит илгә оҙатыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”)   маҡсаттарына ярашлы тормошҡа ашырыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында.

– 5 йыл эсендә Башҡортостандан агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау 2 тапҡырға тиерлек артҡан. Был ваҡыт эсендә 1,8 миллиард долларға 3 миллион тоннанан ашыу продукция экспортланған, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Агросәнәғәт комплексы экспортының 67 проценттан ашыуын май продукцияһы, яҡынса 20 процентын аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте продукцияһы, ете проценты башҡа нәмәләр, өс проценттан ашыуын һөт продукцияһы һәм яҡынса өс процентын иген культуралары тәшкил итә.

Элекке партнерҙар менән эш алып барыла, шулай уҡ экспорт өсөн яңы баҙарҙар үҙләштерелә. Төп һатыу баҙарҙары Ҡаҙағстан, Төркиә, Үзбәкстан, шулай уҡ, Ҡытай һәм Әзербайжан.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...

Автор: Таңсулпан Байтимерова
Автор:
Читайте нас