Башҡортостандың һөт малсылығында роботлаштырылған комплекстар уңышлы ҡулланыла. Ошондай 37 система файҙаланыла, уларҙың 20-нән ашыуы 2025 йылда файҙаланыуға тапшырылған, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында. Ауыл хужалығын яңы техника һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеү “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) милли проекты маҡсаттарына ярашлы уҙғарыла.
— Республикала һөтсөлөк тармағын индустриялаштырыу бара, колхоз тибындағы иҫке һөтсөлөк фермалары тиҙҙән ҡалмаясаҡ. Яңы фермалар - ул, һис шикһеҙ, яһалма интеллект менән яңы технологиялар, шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең, республика һанлы продукттарына күберәк иҫәп тоторға кәрәклеген дә күҙ уңында тоторға кәрәк, - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Роботланған системаларҙы бөгөн Әбйәлил районының «Красная Башкирия» ауыл хужалығы етештереү кооперативында, Илеш районының «Уңыш» тоҡомсолоҡ заводында, Мәләүез районының Салауат исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативында, Иглин районының «Агротех» һәм «Мизюк» хужалыҡтарында, Туймазы районының «Өйәҙе» фермер хужалығында әүҙем ҡулланалар.
2026 йылда тағы ла 20 роботлаштырылған системаны файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Калинин исемендәге агропредприятие «Калинин» ҙур һөт-тауар комплексын төҙөү буйынса проектты тормошҡа ашырҙы.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!