

Баймаҡ районында “Йомарт” кемпингының эшмәкәрлеген киңәйтеү сиктәрендә өлкә тибындағы кемпинг-урындар өсөн ике капиталь булмаған объект - квадрокупол барлыҡҡа киләсәк. Дөйөм суммаһы 20 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән башланғыстар “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” (национальный проект “Туризм и гостеприимство”) милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла, тип хәбәр иттеләр төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.
— Объекттар “Башҡортостандың алтын ҡулсаһы” маршруты янында урынлаштырыла, унда туристар автомобилдә сәйәхәт иткәндә ял итергә туҡтай ала. Проектты тормошҡа ашырыу яңы эш урындары булдырырға һәм туристик инфраструктура кимәлен күтәрергә мөмкинлек бирәсәк, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
Туристарға уңайлы булһын өсөн туристик ҡорамалды прокатҡа биреү пункты ла ойошторола - килеүселәр кәрәкле ҡорамалды ҡуртымға алыу мөмкинлегенә эйә. Бынан тыш, питчтар - палаткалар һәм башҡа ваҡытлыса конструкциялар ҡуйыу өсөн махсус бүленгән урындар йыһазландырыла. Бәләкәй балалары булған ғаиләләр өсөн сабыйҙарҙы ҡарау һәм ата-әсәләрҙең ҡыҫҡа ваҡытҡа ял итеү шарттары менән «Әсә һәм бала» бүлмәһен йыһазландырыу планлаштырыла.
— Дәүләттең финанс ярҙамы менән “Йомарт” кемпингы 2023 йылдан алып яңы үҫеш импульсы алды - база биләмәһендә йылы башҡорт тирмәләре, мунса, ял итеү зоналары, төҙөкләндерелгән биләмә һәм бөтә кәрәкле инженер коммуникациялары барлыҡҡа килде. Был туристарға уңайлы шарттар булдырҙы, уларға тәбиғәт менән гармонияла ял итергә һәм заманса уңайлыҡтар менән ләззәтләнергә мөмкинлек бирҙе, - тип билдәләне “Сириус” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары Андрей Подшибякин.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!