МИЛЛИ ПРОЕКТ
31 Ғинуар , 12:09

Конкурста ҡатнашырға саҡыралар

Сараның маҡсаты – йәштәр араһында геолог һөнәрен һәм белемен популярлаштырыу.

Конкурста ҡатнашырға саҡыраларКонкурста ҡатнашырға саҡыралар
Конкурста ҡатнашырға саҡыралар

Башҡортостандың Тәбиғәттең файҙаланыу һәм экология министрлығы йәш тикшереүселәрҙе Бөтә Рәсәй “Минең край геологияһы” конкурсында ҡатнашырға саҡыра. Сара “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы үткәрелә, тип хәбәр иттеләр республиканың Тәбиғәттең файҙаланыу һәм экология министрлығынан.

Сараның маҡсаты – йәштәр араһында геолог һөнәрен һәм белемен популярлаштырыу. Конкурс урта белем биреү ойошмаларының уҡыусыларын һәм студенттарын өсөн тыуған яҡтың тәбиғәтен һәм уны ижади йәһәттән асыу мөмкинлеге ул.

- Республикабыҙ бай геологик мираҫҡа – боронғо шихандарҙан алып файҙалы ҡаҙылма ҡалдыҡтарға тиклем эйә. Был конкурс – йәш быуын вәкилдәренә Башҡортостан ҡаҙылма байлыҡтарын төплөрәк өйрәнеү һәм күрһәтеү. Ошондай проекттар тәбиғәт байлыҡтарына һаҡсыл ҡараш булдыра, - тип белдерҙеләр Тәбиғәттең файҙаланыу һәм экология министрлығынан.

Сығанаҡ: республиканың Тәбиғәттең файҙаланыу һәм экология министрлығы; "Башҡортостан" ДТРК-һы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!   

        Автор: Айһылыу Низамова
Автор:
Читайте нас