МИЛЛИ ПРОЕКТ
29 Ғинуар , 04:25

Балыҡтарға ярҙам кәрәк

"Асылыкүл" тәбиғәт паркы инспекторҙары ихтиофаунаны ҡотҡарыу буйынса саралар үткәрә.     

Балыҡтарға ярҙам кәрәкБалыҡтарға ярҙам кәрәк
Балыҡтарға ярҙам кәрәк

“Асылыкүл” тәбиғәт паркының дәүләт инспекторҙары ошо көндәрҙә балыҡтарҙы тонсоғоуҙан ҡотҡарыу буйынса экологик акция үткәрә. Инспекторҙар күлгә сығып, һыуға кислород индереү өсөн боҙҙа мәкеләр быраулай. Был саралар “Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) маҡсаттарына һәм бурыстарына тулыһынса тап килә, тип хәбәр иттеләр республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында.

Белгестәр көслө һыуыҡтар ваҡытында боҙ аҫтына кислород инеүен тәьмин итеү өсөн акваторияла мәкеләр серияһын быраулай. Балыҡтарҙың тонсоғоуы — ҡалын боҙ ҡатламы аҫтында һыуҙа эрегән кислород етешмәү арҡаһында барлыҡҡа килгән хәүефле тәбиғәт күренеше, балыҡ популяцияһына ҙур зыян килтереүе ихтимал. Уны булдырмау өсөн тикшерелгән биотехник методика ҡулланыла: боҙҙа яһалма һулыш булдырыу өсөн мәке быраулана һәм уларға ҡамыш башаҡтары ҡуйыла. Боҙға тығылған үҫемлек соҡорҙоң тулыһынса туңмауын тәьмин итә һәм һыу менән атмосфера араһында даими газ алмашыныуын тәьмин итә.

- Тонсоғоуҙо иҫкәртеү - ул беҙҙең даими ҡышҡы бурысыбыҙ, ул “Экологик именлек” милли проекты бурыстарына тап килә. Әммә күлдең масштабы шундай кимәлдә, проблеманы тулыһынса хәл итеү өсөн тик инспекторҙарҙың тырышлығы ғына етмәй, — тип билдәләне “Асылыкүл” тәбиғәт паркы етәксеһе Гүзәл Ғилманова.

Фото: "Асылыкүл" гәзите. 

 

Автор: Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас