Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
27 Ғинуар , 14:16

Был үҙенсәлекле 15-се мәктәп беҙҙә буласаҡ

Был хаҡта республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр иттеләр.

Был үҙенсәлекле 15-се мәктәп беҙҙә буласаҡ
Был үҙенсәлекле 15-се мәктәп беҙҙә буласаҡ

“Йәштәр һәм балалар”  милли проекты (национальный проект “Молодежь и дети”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Төбәк-ара студенттар кампусы резиденты Өфө дәүләт нефть техник университеты атом тармағы юғары стандарттары буйынса “Росатом” дәүләт корпорацияһы, Рәсәйҙең башҡа сәнәғәт предприятиелары өсөн  белгестәр әҙерләйәсәк. Был хаҡта республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр иттеләр. Киләсәктә Өфө дәүләт нефть техник университеты күрше төбәктәр өсөн иретеп йәбештереүҙең атом мәктәптәре өсөн уҡытыусылар әҙерләү үҙәге буласаҡ.

- Был – сәнәғәт һәм һөнәри белем биреү системаһы үҫеше өсөн һиҙелерлек ваҡиға. Квалификациялы белгестәр, бигерәк тә атом тармағының иретеп йәбештереү технологиялары кеүек юғары технологиялы йүнәлештәр өсөн әҙерләү етештереүҙең көнәркәшлелегенә һәм тотороҡлолоғона туранан-тура бәйле. Университетта заманса белем биреү системаһын ойоштороу ил предприятиеларын ҙур һорау меҫнән файҙаланған кадрҙар менән тәьмин итәсәк, киләсәктә төбәк өсөн генә түгел, күрше төбәктәргә лә эшләйәсәк компетенциялар үҙәгенең барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итәсәк, - тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шильдяев.

Әле Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә 14 атом мәктәбе эшләй. Өфө дәүләт нефть техник университетындағыһы 15-сеһе буласаҡ.

Сығанаҡ: БР Мәғариф һәм фән министрлығы; фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор: Айһылыу Низамова
Автор:
Читайте нас