Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
27 Ғинуар , 14:10

Биш проект ғәмәлгә ашырыласаҡ

Республика был конкурста ҡатнашҡандан алып 39 проект еңеүсе тип танылды. Шуларҙың 30-ы тормошҡа ашырылған да инде

Биш проект ғәмәлгә ашырыласаҡ
Биш проект ғәмәлгә ашырыласаҡ

Башҡортостанда 2026 йылда уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса тағы ла биш проектты ғәмәлгә ашыра башлайҙар, тип хәбәр иттеләр республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан. Улар “Йәшәү өсөн инфраструктура” (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) милли проекты буйынса барған Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләр өсөн иң яҡшы проекттар конкурсында еңеү яуланы.

Конкурстың еңеүсе проекттары булып –“Октябрьский: мираҫты һаҡлап ҡалыу” (Октябрьский ҡалаһынан һәм “Иванай баҡсаһы. Киләсәк үҫентеләре” (Дүртөйлө) табылды. Шулай уҡ Шишмә ауылында «Шишмә - дуҫлыҡ шишмәһе», Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында «Үрге Йәркәй үҙәген тоташтырыусы ептәр» һәм Кушнаренко ауылында «Топорниндар һуҡмағы» башланғыстары иң яҡшылары тип танылды.

Ғәмәлгә ашырыу графигы раҫланған да инде. Проекттарҙың дөйөм хаҡы - 900 миллион һумдан ашыу. Эштәр 2026-2027 йылдарға планлаштырылған. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн федераль премия 436 миллион һум тәшкил итә. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, республика был конкурста ҡатнашҡандан алып 39 проект еңеүсе тип танылды. Шуларҙың 30-ы тормошҡа ашырылған да инде. Дөйөм бюджет 6,6 миллиард һумдан артып китә, өҫтәүенә 3,3 миллиард һумы федераль бюджеттан йәлеп ителгән.

«Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектының маҡсаты - тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Улар - торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, социаль һәм коммуналь инфраструктура булдырыу һәм уны яңыртыу, күсмә составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанын арттырыу. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

Автор: Карима Усманова
Автор:
Читайте нас