“Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) маҡсаттарына ярашлы Башҡортостандың “Асылыкүл” паркындағы күлдә балыҡ өсөн мәкеләр бырауланылар. Был хаҡта төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр иттеләр.
Ҡышҡыһын һыуҙа ҡалын боҙ ҡатламы аҫтында балыҡтар өсөн кислород етерлек кимәлдә эремәй. Был балыҡ популяцияһына ҙур зыян килтереүе ихтимал. Бындай эҙемтәләрҙе булдырмау өсөн боҙҙа яһалма соҡорҙар булдыралар һәм унда ҡамыш киҫәктәре ҡуялар. Боҙға туңған үҫемлектәр мәкенең тулыһынса туңыуына юл ҡуймай һәм һыу менән атмосфера араһында даими газ алмашыныуын тәьмин итә.
“Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ташландыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.