25 - 27 февралдә Өфөлә үтәсәк “Урал төҙөлөш индустрияһы” форумында ташсылар араһында һөнәри оҫталыҡ конкурсы ойошторола. Төҙөлөш тармағына белгестәр әҙерләү һәм йәлеп итеү – “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) төп сараларының береһе, тип хәбәр иттеләр республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан.
– Форум майҙансығында уҡ “Өфө Экспо” күргәҙмә комплексында ҡатнашыусылар кирбес һаласаҡ. Һөнәри һәм студент номинацияларындағы эштәрҙе эксперт комиссияһы баһалаясаҡ. Конкурстың маҡсаты – төбәктең төҙөлөш тармағы өсөн юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү, – тип билдәләне Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов.
“Урал төҙөлөш индустрияһы” халыҡ-ара күргәҙмә-форумы 2030 йылға тиклем Рәсәйҙең төҙөлөш тармағын үҫтереү йүнәлешен билдәләү һәм Башҡортостандың инвестиция ҡеүәтен күрһәтеү өсөн төп майҙансыҡ буласаҡ.
Күргәҙмә төҙөлөш һәм архитектура өлкәһендәге стратегик мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн алдынғы эксперттарҙы, федераль һәм төбәк власть органдарын, профилле ассоциациялар һәм бизнес вәкилдәрен бер майҙансыҡта йыясаҡ.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фотолар: “Урал төҙөлөш индустрияһы-2026”.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...