Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
24 Ғинуар , 22:02

Социаль эшҡыуарҙарға – аҡсалата ярҙам

Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ берәмектәрен 2026 йылдағы социаль предприятиелар исемлегенә индереү өсөн документтар ҡабул итеү башланды.

Социаль эшҡыуарҙарға – аҡсалата ярҙам
Социаль эшҡыуарҙарға – аҡсалата ярҙам

Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ берәмектәрен 2026 йылдағы социаль предприятиелар исемлегенә индереү өсөн документтар ҡабул итеү башланды.

Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, был документтарҙы статусты раҫлау өсөн 2026 йылдың 1 июненә, ә яңы статусты алыу өсөн ошо уҡ йылдың 31 декабренә хәтлем ҡабул итәсәктәр.

“Башҡортостан, 2025 йыл йомғаҡтарына ярашлы, теркәлгән социаль предприятиелар һаны буйынса алдынғы урындарҙы биләй. “Йоғонтоло һәм көнәркәшле  иҡтисад” милли проекты (национальный проект "Эффективная и конкурентная экономика") сиктәрендә социаль эшҡыуарҙар финанс ярҙамы – ташламалы кредиттар, лизинг продукттары, гарантиялы ярҙам, белем биреү һәм консультация хеҙмәттәре аласаҡ,” – ти эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

Билдәле булыуынса, яңыртылған милли проекттар, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, 2025 йыл башынан тормошҡа ашырыла.

Фото: социаль селтәрҙән.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

         Автор: Рәшит Кәлимуллин
Автор:
Читайте нас