Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
24 Ғинуар , 22:26

Кадрҙар әҙерләгән өсөн 43 миллион һумдан ашыу аҡса ҡайтарылған

2025 йылда федераль проект буйынса 31 предприятие субсидия алған. Уны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 354 студент производство практикаһы үткән, ә 277 белгес уҡыу килешеүе буйынса белем алған.

Кадрҙар әҙерләгән өсөн 43 миллион һумдан ашыу аҡса ҡайтарылған
Кадрҙар әҙерләгән өсөн 43 миллион һумдан ашыу аҡса ҡайтарылған

2025 йылда Башҡортостан предприятиелары “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” ( национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) милли проектының “Агросәнәғәт комплексында кадрҙар” төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу барышында 43 миллион һумдан ашыу дәүләт ярҙамы алды, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан.

Проект шарттары ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәргә һәм ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү предприятиеларына хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу менән бәйле сығымдарҙың 90 процент тиклем өлөшөн компенсациялауҙы күҙ уңында тота.

— 2025 йылда федераль проект буйынса 31 предприятие субсидия алды. Уны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 354 студент производство практикаһы үтте, ә 277 белгес уҡыу килешеүе буйынса белем алды. Быйыл предприятиеларға ярҙам итеү һәм агросәнәғәт комплексы өсөн кадрҙар әҙерләүҙең һөҙөмтәле системаһын булдырыу буйынса эш дауам ителәсәк, - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

2030 йылға Рәсәй агросәнәғәт комплексы предприятиеларын квалификациялы белгестәр менән тәьмин итеү “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проекты маҡсаттарының береһе булып тора. Бының өсөн бөтә илдә 18 мең махсус агротехнология кластары асыу күҙаллана.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

     Автор: Карима Усманова
Автор:
Читайте нас