“Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы (национальный проект “Молодежь и дети”), вуз-ара кампус майҙансығында эшләүсе Өфө дәүләт нефть техник университетының реверсив инжиниринг үҙәге машиналар эшләү продукцияһының реверсив инжиниринг буйынса курстарын эшләтеп ебәрҙе. Был турала республиканың Мәғариф министрлығы хәбәр итә.
Рәсәйҙә бындай компетенциялар әлегә һирәк күренеш, шул уҡ ваҡытта уларға һорау тотороҡло юғары. Бигерәк тә был ҡатмарлы геометрия менән бәйле проекттарға ҡағыла.
Курстар программаһы заманса инженер конструкторҙың төп оҫталыҡтарын үҙ эсенә ала. Производствола яңы продукция үҙләштереүҙә был компетенциялар ҙур һорау менән ҡулланыла.
Мәктәп уҡыусылары өсөн дә айырым йүнәлеш әҙерләнгән. Евразия Ғилми-белем биреү үҙәгенең фәнни мәктәбендә “3D баҫма менән киләсәкте булдыр” тигән өҫтәмә белем биреү программаһы эшләй. Йәштәр заманса автоматлаштырылған проектлау системаһында 3D моделдәр булдырырға өйрәнә.
Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.
Автор фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!