Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
24 Ғинуар , 22:21

Башҡортостан эшҡыуарҙарына – өс миллиард һумдан ашыу кредит

Гарантия фонды дөйөм суммаһы 1,39 миллиард һумлыҡ 198 поручителлек килешеүе төҙөгән.

Башҡортостан эшҡыуарҙарына – өс миллиард һумдан ашыу кредит
Башҡортостан эшҡыуарҙарына – өс миллиард һумдан ашыу кредит

2025 йылда Башҡортостан эшҡыуарҙары “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) ярҙамында 3,1 миллиард һум күләмендә кредит ресурстары йәлеп итеү өсөн дәүләт гарантияларынан файҙаланған.

Башҡортостан Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл республиканың Гарантия фонды дөйөм суммаһы 1,39 миллиард һум булған 198 поручителлек килешеүе төҙөгән. Был бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына заем алыу мөмкинлеге биргән.

— Дәүләт гарантиялары төбәк иҡтисадын нығытыуға, бизнесты үҫтереүгә булышлыҡ ҡыла. Фонд 18 финанс ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек итә, йүнселдәргә отошло шарттарҙа кредит алыу мөмкинлеген бирә, – ти ведомство етәксеһе Светлана Верещагина.

Кредит аҡсаһы төбәктең 37 муниципаль районы һәм ҡала округтары йүнселдәре тарафынан ҡулланылған. Иң күп заявка сауҙа, етештереү, ауыл хужалығы тармаҡтары вәкилдәренән ҡабул ителгән.

Гарантия фонды бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам сараларын киңәйтеү, хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу буйынса әүҙем эш алып бара. Мәҫәлән, Һаҡлыҡ банкының Башҡортостандағы бүлексәһе менән берлектә “Аккредитив” тип аталған яңы финанс продукты булдырып, уңышлы тормошҡа ашыра башлағандар. Бынан тыш, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ алып барған махсус хәрби операция яугирҙәре, уларҙың ғаилә ағзалары өсөн ташламалы ставка буйынса кредит алыу мөмкинлеге бар.

Билдәле булыуынса, яңы милли проекттар, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, 2025 йыл башынан тормошҡа ашырыла.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...  

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәтенән.

        Автор: Дилбәр Ишморатова
Автор:
Читайте нас