Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһына, ”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, LADA VESTA автомобиле алынды.
Автомобилдә дүрт кешене йөрөтөргә мөмкин, шул иҫәптән сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән бер пациентты. Махсус механизмдар һәм тотҡостар хәрәкәт иткәндә уңайлылыҡ һәм хәүефһеҙлек тыуҙыра. Машинала шулай уҡ инвалид креслоһын һалыу өсөн багажникта урын бар.
“Яңы автомобиль медицина персоналының мобиллеген арттырасаҡ, пациенттарҙы илтеү ваҡытын ҡыҫҡартасаҡ һәм тәүге медицина ярҙамын күрһәтеүҙе тиҙерәк хәл итәсәк. Автопаркты яңыртыу юғары технологиялы медицина ярҙамы менән тәьмин итеүҙе яҡшыртасаҡ”, – тип билдәләне Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Феликс Саҡаев.
"Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото:Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!