Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
23 Ғинуар , 11:20

Урман һағында ныҡ торалар

Башҡортостанда урман инспекторҙары 24,5 меңгә яҡын патруллек үткәргән. 

Урман һағында ныҡ торалар
Урман һағында ныҡ торалар

“Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) маҡсаттарына ярашлы 2025 йылда Башҡортостанда урман инспекторҙары яҡынса 24,5 мең патруллек үткәрҙе. Был хаҡта төбәктең Урман хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр.

Системалы рейдтар урман ҡулланыусылар араһында тейешле дисциплина кимәлен һаҡлай һәм урманда закон боҙоу хәүефен минималь кимәлгә төшөрә. Документтарҙы тикшереү һәм урында урман ҡырҡыуҙы контролдә тотоу – ҡиммәтле ағасты һаҡлауҙың иң һөҙөмтәле ысулы. 2025 йылда дәүләт урман инспекторҙары арсеналын 40 берәмек техника тулыландырҙы. Яңы LADA Niva Legend автомобилдәре һәм квадроциклдар белгестәргә юлһыҙ шарттарҙа кәрәкле үтеүсәнлек тәьмин итә. Был закон боҙоуҙарҙы оператив асыҡлауҙа хәл иткес фактор булып тора.

– 2025 йылда беҙ рейдтарҙың мобиллегенә һәм даимилығына иҫәп тоттоҡ, 24,5 мең самаһы патруллек үткәрҙек. Был үҙ һөҙөмтәләрен бирә: 676 хоҡуҡ боҙоу асыҡлана, уларҙың иң етдиһе буйынса, шул иҫәптән законһыҙ ҡырҡыуҙар буйынса, 170 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Штрафтарҙың дөйөм суммаһы 7,4 миллион һумдан ашып китә. Беҙҙең бурыс – урман фондына килтерелгән зыянды ҡаплау һәм язаны ҡотолғоһоҙ итеү принцибын тәьмин итеү, – тине урман хужалығы министры урынбаҫары Юнир Садиҡов.

“Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ташландыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Автор: Альфия Мингалиева
 
Автор:
Читайте нас