«Йәштәр һәм балалар» милли проектын (национальный проект «Молодежь и дети») ғәмәлгә ашырыуға ярашлы, вуз-ара студенттар кампусы резиденты – Башҡорт дәүләт медицина университеты республиканың төрлө мөйөштәренән 70-тән ашыу химия уҡытыусыһын йыйҙы. Был хаҡта республиканың Мәғариф министрлығынан хәбәр иттеләр.
Оҫталыҡ дәресе барышында медицина университетының алдынғы уҡытыусылары химия өлкәһендәге төп темаларҙы үҙ эсенә алған лекциялар серияһын үткәрҙе. Практик йәһәттән педагогтар органик берләшмәләрҙең молекуляр формулаларын билдәләне һәм БДИ программаһына ярашлы ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын өйрәтте.
Педагогтар шулай уҡ вуз-ара кампуста Башҡорт дәүләт медицина университетының ғилми лабораторияларында булды, лабораторияның заманса йыһазландырылыуын һәм юғары квалификациялы кадрҙар составын билдәләне.
Химия медицина университетына уҡырға инеү өсөн төп фәндәрҙең береһе булып тора. Былтыр Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханынан йөҙ балл йыйыусылар бик күп булды – 74. Шуларҙың 24-е артабан һөнәри белем алыу Башҡорт дәүләт медицина университетын һайлаған.
Белеүебеҙсә, яңыртылған милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Өфө вуз-ара кампусы сайтынан.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!