Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
23 Ғинуар , 11:22

Үҙебеҙҙең орлоҡ сифатлы

2025 йылда республикала 3,2 тоннаға яҡын урман үҫемлектәре орлоғо әҙерләнгән.

Үҙебеҙҙең орлоҡ сифатлы
Үҙебеҙҙең орлоҡ сифатлы

2025 йылда Башҡортостанда “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) буйынса 3,2 тоннаға яҡын урман үҫемлектәре орлоғо әҙерләнгән. Был хаҡта төбәктең Урман хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр.

Бөтәһе 2,2 тонна ҡарағай орлоғо һәм 610 килограмм шыршы, шулай уҡ йүкә, ҡайын партиялары әҙерләнә. Бөтә сәсеү материалы сифатҡа комплекслы экспертиза үткән. Белгестәр һәр этапты — орлоҡто йыйыуҙан алып уларҙы эшкәртеүгә, киптереүгә һәм һаҡлауға һалыуға тиклем – ҡәтғи контролдә тота. Үҫеш энергияһының һәм шытып сығыуҙың юғары күрһәткестәре орлоҡтарҙың һәр партияһына рәсми танытмалар менән раҫланған.

"Беҙ орлоҡтарҙы төбәктән ситтә һатып алмайбыҙ, ә үҙебеҙҙең фондҡа ғына таянабыҙ. Урындағы, районлаштырылған материалды файҙаланыу беҙгә ябыҡ технологик циклды һаҡларға һәм урман культураларының юғары йәшәүенә өлгәшергә мөмкинлек бирә. Орлоҡтарҙың үҙ базаһы — ул урманды уңышлы тергеҙеүҙең нигеҙе”, – тип билдәләне урман хужалығы министры урынбаҫары Альберт Закиров.

“Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ташландыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

 

Автор: Альфия Мингалиева
 
Автор:
Читайте нас