Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
23 Ғинуар , 17:02

Бизнесты үҫтереү сервисы менән 800-ҙән ашыу эшҡыуар файҙаланған.

Ғаризаларҙың күбеһе Дүртөйлө, Благовещен, Мәләүез, Тәтешле райондарынан һәм Салауат ҡалаһынан килгән.

Бизнесты үҫтереү сервисы менән 800-ҙән ашыу эшҡыуар файҙаланған.
Бизнесты үҫтереү сервисы менән 800-ҙән ашыу эшҡыуар файҙаланған.

2025 йыл йомғаҡтары буйынса 806 эшҡыуар һәм юридик шәхес Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” электрон сервисынан файҙаланған. Ғаризаларҙың күбеһе Дүртөйлө, Благовещен, Мәләүез, Тәтешле райондарынан һәм Салауат ҡалаһынан килгән. Эшҡыуарҙар өсөн электрон сервистарҙы үҫтереү – “Мәғлүмәттәр иҡтисады” милли проектының (национальный проект “Экономика данных”) төп бурыстарының береһе, тип хәбәр иттеләр республиканың Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығынан.

– Ҡала-район хакимиәттәрендәге бизнес-шериф менән осрашыу өсөн ебәрелгән онлайн-сервис ғаризалар порталға инеүселәр араһында иң популяр сайттарҙың береһе. Электрон сервис эшҡыуарҙарға бизнесты үҫтереүҙә ярҙам һорап туранан-тура дәүләткә мөрәжәғәт итергә мөмкинлек бирә. Портал 2020 йылда эшләй башлағандан алып бөтәһе 9742 ғариза килгән, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Иң күп ғаризалар сауҙа, туризм һәм юл буйы сервисы, ауыл хужалығы һәм башҡа мәсьәләләр өлкәһендә ҡабул ителә. Хеҙмәт эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы программаларына инеү мөмкинлеген аса, бизнес-бурыстарҙы хәл итеүҙә ярҙам итә һәм хакимиәт һәм дәүләт структуралары вәкилдәре менән осрашыуҙа үҙ башланғыстарын тәҡдим итеү мөмкинлеген бирә.

Эшҡыуарҙарҙың 70 проценты бизнес-шерифтарға инвестициялар һәм бизнесты үҫтереү мәсьәләләре буйынса электрон сервис аша мөрәжәғәт итә.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фотолар: Башҡортостан республикаһының инвестиция порталынан.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Автор: Таңсулпан Байтимерова

 

Автор:
Читайте нас