Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
22 Ғинуар , 22:07

Урман хужалығына – 280 миллион һумға яҡын ярҙам

2026 йылда Башҡортостанға “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты буйынса бүленгән аҡса күләме дүрт тапҡырға артҡан.

2026 йылда Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы “Экология именлеге” милли проектының (нацональный проект “Экологическое благополучие”) “Урмандарҙы Һаҡлау” федераль программаһында ҡатнашыуын дауам итә. Проектты финанслау тулыһынса федераль бюджет иҫәбенә тәьмин ителә, тип хәбәр итә республиканың Урман хужалығы министрлығы.

Уҙған йылда Башҡортостанға милли проектты тормошҡа ашырыуға 88,4 миллион һум аҡса бүленгән, ул тулыһынса үҙләштерелгән: 4,1 миллион һум – орлоҡ фондын булдырыуға, ә 84,3 миллион һум урманды тергеҙеү эштәренә йүнәлтелгән.

– 2026 йылда Башҡортостанға “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты буйынса бүленгән аҡса күләме дүрт тапҡырға – 278 миллион һумға тиклем артты. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы төбәктәрендә алдынғылыҡты биләй, ә Рәсәйҙә икенсе урында тора, – тип хәбәр итә Башҡортостан урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Финанс ярҙамы республикала яңы теплица комплексы булдырырға мөмкинлек бирә. Уның етештереү ҡеүәте йылына 1,2 миллион үҫенте үҫтереүгә иҫәпләнгән, был республикала урманды тергеҙеү эшен һөҙөмтәлерәк итергә тейеш. Бынан тыш, аҡсаның байтаҡ өлөшө урмандарҙы янғындан һаҡлауға йүнәлтелә.

Мәҫәлән, урмансыларҙың техника арсеналы махсус ҡорамалдар һәм яңы видеокүҙәтеү камералары менән тулылана. Был урман фондының торошон ағымдағы ваҡыт тәритибендә контролдә тотоуҙы көсәйтергә мөмкинлек бирә.

Былтырҙан алып РФ Президенты В.В. Путин ҡарары буйынса яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла. 

Фото: forest.bashkortostan.ru

Автор: Равиля Гатауллина
Автор:
Читайте нас