2025 йылда Башҡортостанда махсус производство берекмәһе объекттарын яңыртыуға һәм агрокластарҙы үҫтереүгә 848 миллион һум йүнәлтелде.
Башҡортостанда “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проектының (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) “Агросәнәғәт комплексында кадрҙар” федераль проектын тормошҡа ашырыуҙың тәүге йылы тамамланды. Төбәк агросәнәғәт комплексы өсөн кадрҙар әҙерләүҙең һөҙөмтәле системаһын булдырыуға әүҙем ҡушылды, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан.
Атап әйткәндә, “РФ Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы махсус производство берекмәһе объекттарын модернизациялау һәм ҡорамалдар менән йыһазландырыу” проекты сараһы буйынса ҙур күләмдә аҡса йәлеп ителгән. 2025 йылда уның буйынса бүленгән аҡса күләме 850 миллион һум самаһы тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта 844 миллион һум – башҡорт дәүләт аграр университетының 2-се корпусын капиталь ремонтлауға һәм ҡорамалдар менән йыһазландырыуға, ә дүрт миллион һумдан ашыуы агрокластарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Нуриман һәм Бүздәк райондарында яңы агротехнология кластары асылды, учреждениеларҙа 160 уҡыусы белем аласаҡ.
– 2026 йылға “Агросәнәғәт комплексында кадрҙар” федераль проекты сиктәрендә белем биреү инфраструктураһын артабан үҫтереү планлаштырылған. Ул Башҡортостан дәүләт аграр университетының өсөнсө уҡыу корпусын ремонтлау һәм йыһазландырыу, өс мәктәптә агротехнологик кластар булдырыу һәм йыһазландырыу, “Агропрофи” яңы сараһында ҡатнашыу, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...