Башҡортостан Хөкүмәте льготалы микрокредит өсөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары категорияларын яңыртты. Был ярҙам сараһы “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы бара. Ошо хаҡта Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында хәбәр иттеләр.
Хәҙер махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, социаль предприятиелар һәм 35 йәшкә тиклемге эшҡыуарҙар Башҡортостан микрокредит компанияһында түбән ставкалы микрозаймды рәсмиләштерә ала.
– Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм социаль предприятиеларға 4,5 процент күләмендәге түбән ставка менән займ алыу мөмкинлеге бар. Ә 35 йәшкә тиклемге эшҡыуарҙар 8 процент ставка буйынса рәсмиләштереү мөмкинлегенә эйә. Социаль контракттар эшҡыуарлыҡ әүҙемлеген дәртләндереү өсөн һөҙөмтәле ҡорал булып тора. Ошо килешеүҙәр бизнесҡа финанс ярҙамы күрһәтә. Был процедуралар өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең үҫешен көйләүгә һәм яңы проекттарҙың старт алыуына уңайлы шарттар булдырыуға, шулай уҡ ғәмәлдәге предприятиеларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән, – тип хәбәр итте республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
Льготалы займ уңайлы шарттар буйынса бирелә һәм һөҙөмтәлә унан яңы эш башлаған эшҡыуарҙар ҙа файҙалана ала. Микрозаймды рәсмиләштереү процедураһы ла һиҙелерлек ябайлаштырылған. Был йүнселдәргә бизнесты башлауға кәрәкле аҡсаны тиҙ алыуға булышлыҡ итә. Дәүләт ярҙамынан файҙаланыу өсөн Башҡортостан биләмәһендә теркәлергә һәм микрозаймды рәсмиләштереү өсөн талаптар менән иғтибарлап танышып сығырға кәрәк.
Сығанаҡ: Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.