

Башҡортостан Хөкүмәте льготалы микрокредитлауҙың айырым шарттары менән файҙалана алған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының яңы категорияларын билдәләне. Ярҙам “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” ( национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”), милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.
Хәҙер эшҡыуарҙар - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, социаль предприятиелар һәм 35 йәшкә тиклемге йәш эшҡыуарҙар Башҡортостан микрокредит компанияһындағы түбән процент ставкаһы менән микрозайм алыу мөмкинлегенә эйә.
— Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм социаль предприятиеларға - 4,5 процент, ә 35 йәшкә тиклемге йәш эшҡыуарҙарға 8 процент ставкаһы буйынса займ алыу мөмкинлеге бирелә. Был саралар өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе үҫтереүгә һәм яңы проекттарға старт биреү өсөн уңайлы шарттар булдырыуға, шулай уҡ ғәмәлдәге предприятиеларға ярҙам итеүгә билдәләнгән, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
Льготалы займдар уңайлы шарттарҙа бирелә, был уларҙы яңы эш башлаған бизнесмендар өсөн асыҡ итә. Микрозаймдар юллау процедураһы ла ябайлаштырылған, был эшҡыуарҙарға бизнесты башлау өсөн кәрәкле средстволарҙы тиҙ арала алырға мөмкинлек бирә. Дәүләт ярҙамын алыу өсөн Башҡортостан биләмәһендә теркәлергә һәм микрозаймды рәсмиләштереү өсөн талаптар менән ентекле танышырға кәрәк.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!