Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
20 Ғинуар , 14:01

Башҡортостандан Ҡытайға рапс майы оҙатыу артҡан

«Майлы культуралар, шул иҫәптән рапс етештереү, иген төркөмөн уҙып китеп, ауыл хужалығы культуралары араһында иң табышлыға әйләнде. Был - валюта кереме лә, эшкәртеүгә булышлыҡ итеү ҙә», - тип билдәләне Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. 

Башҡортостан 2025 йылда Ҡытайға 15 мең тоннаға яҡын рапс майы оҙатҡан, был 2024 йылға ҡарағанда 58 процентҡа күберәк, тип хәбәр иттеләр “Россельхознадзор”ҙың республика буйынса идаралығында. Был «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») маҡсаттарына һәм бурыстарына яуап бирә.

Бындай үҫешкә төбәктә май бирә торған культураларҙың уңышы рекордлы булыу һөҙөмтәһендә өлгәшелде, тип билдәләнә. Былтыр ул миллион тонна тәшкил иткән. Шуның менән бергә бөтә республика аграр экспортының 60 проценты май продукцияһы өлөшөнә тура килә.

«Майлы культуралар, шул иҫәптән рапс етештереү, иген төркөмөн уҙып китеп, ауыл хужалығы культуралары араһында иң табышлыға әйләнде. Был - валюта кереме лә, эшкәртеүгә булышлыҡ итеү ҙә», - тип билдәләне Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

«Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты ватан компанияларына туранан-тура ярҙам системаһын булдырыуҙы, шулай уҡ хеҙмәттәшлек баҙарҙарына йүнәлеш алыу өсөн алымдар индереүҙе күҙ уңында тота. Милли проекттың төп бурыстары – һөҙөмтәле эшләүсе механизмдарҙы оптималләштереү һәм Рәсәй бизнесы тарафынан талап ителгән импортер илдәрҙә инфраструктура булдырыу буйынса эште көсәйтеү.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас