

Башҡортостанда 2026 йылда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Коммуналь инфраструктураны яңыртыу” федераль проекты сиктәрендә 175 километр коммуналь селтәрҙәрҙе ремонтлау күҙаллана, ә артабанғы йылдарҙа күрһәткесте ике тапҡырға арттырырға мөмкин. Был хаҡта республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр иттеләр.
– 2026 йылға өҫтөнлөктәр билдәләнде. Коммуникациялар менән шөғөлләнәсәкбеҙ, 175 саҡрым самаһы инженер селтәрҙәрен ремонтларға планлаштырабыҙ, ә алдағы йылдарҙа яңыртыуҙар һанын 400 саҡрымға еткерәсәкбеҙ. Селтәрҙәр күберәк эшләгән һайын, авариялар ҙа әҙерәк була, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Был күләмдән тыш, ағымдағы йылда 181 километр селтәрҙе ремонтлауҙы дауам итеү планлаштырыла: был эштәр бюджет кредиттары буйынса республика бурысының өстән ике өлөшөн иҫәптән сығарыу иҫәбенә финанслана.
Территорияларҙы үҫтереү фонды мәғлүмәте буйынса, Башҡортостан 2024-2025 йылдарҙа ремонтланған инженер селтәрҙәре оҙонлоғо буйынса төбәктәр араһында II урынды биләне: ике йыл эсендә республикала 269,3 саҡрым коммуникациялар яңыртылды. Түбәнге Новгород өлкәһендә генә беҙҙән күберәк эшләнә.
Йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәре оҙонлоғо буйынса Башҡортостан Республикаһы Волга буйы федераль округында – икенсе, ә канализация оҙонлоғо буйынса етенсе урында тора. Төбәктә коммуналь инфраструктураның уртаса туҙыуы 54 процент тип баһалана, ә ил буйынса уртаса күрһәткес 60 процент.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: "Башинформ".
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!