Өфөләге 46-сы ҡала поликлиникаһының сәләмәтлек үҙәге, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы ҡорамал алды.
Медицина учреждениеһын һулап сығарылған һауала углерод монооксидын асыҡлау анализаторы менән йыһазландырҙылар. Прибор тәмәке тартыуҙан арынырға теләгән пациенттар өсөн тәғәйенләнгән.
Уны пульмонология, функциональ диагностика кабинеттарында һәм сәләмәтлек үҙәктәрендә файҙаланасаҡтар. Аппарат шулай уҡ токсик һөрөм газы менән ағыуланыу осраҡтарын асыҡлай ала. Тикшереү үткәреү өсөн пациентҡа махсус әҙерлек кәрәкмәй.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!