МИЛЛИ ПРОЕКТ
26 Декабрь 2025, 06:54

“Киләсәккә билет” һөнәр һайларға ярҙам итә

Башҡортостанда “Киләсәккә билет” берҙәм профйүнәлеш  моделен тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһалды.

Башҡортостанда “Киләсәккә билет” берҙәм профйүнәлеш  моделен тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһалды.

Быйыл, “Йәштәр һәм балалар” милли проектының (национальный проект "Молодежь и дети") “Профессионалитет”  федераль проектына ярашлы, мәктәп уҡыусыларына киләсәккә һөнәр һайлауҙа ярҙам итеүҙең комплексы системаһы булдырылды.

“Киләсәккә билет” проекты быйыл көтөлмәгәнсә ҙур масштаб күрһәтте. Белеүебеҙссә, 120 мең тирәһе мәктәп уҡыусыһы асыҡ ишектәр көндәрендә булды, ә тиҫтәләрсә меңе үҙ һәләттәренә тәрән диагностика эшләтте.  Был беҙгә һөнәрҙәр тураһында мәғлүмәт биреү генә түгел, ә һәр бала өсөн индвидуаль тәҡдим эшләү мөмкинлеге лә бирә”, – ти Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин.

Ошо осорҙа республикала 7 956  төрлө форматтағы профйүнәлеш саралары үткәрелгән. Бынан тыш, һәр кесаҙна 6-11 кластарҙағы 230 меңдән ашыу уҡыусы  “Россия – мои горизонты” кластан тыш дәрестәр курсында һөнәрҙәр донъяһы менән танышҡан.

Яңыртылған милли проекттар ил Президенты В.В. Путиндың Указына ярашлы, 2025 йыл башынан тормошҡа ашырыла. 

Фото: “Башинформ”.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Рәшит Кәлимуллин
Автор:
Читайте нас