МИЛЛИ ПРОЕКТ
18 Ноябрь 2025, 06:21

700 берәмек самаһы техника һатып алынған

Һуңғы йылдарҙа техниканы яңыртыу темптары машина-трактор паркының кәмеүе процесын туҡтатырға мөмкинлек бирҙе, тракторҙар паркы тотороҡланды, иген йыйыу комбайндарының һаны йыл һайын арта бара. 

Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт предприятиеларының машина-трактор парктарын 672 берәмек техника тулыландырҙы, тип хәбәр иттеләр төбәктең Ауыл хужалығы министрлығында. Ауыл хужалығын яңы техника һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеү «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проектының (национальный проект «Технологическое обеспечение продовольственной безопасности») бурыстары иҫәбенә инә.

Мәҫәлән, 2025 йылдың 10 айында республика хужалыҡтары 111 яңы иген һәм мал аҙығы йыйыу комбайны, 215 төрлө класлы трактор, 40 үҙйөрөшлө һиптергес һәм 306 ер эшкәртеү һәм сәсеү машинаһы алды. Яңы механизация сараларын һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау буйынса республика программаһы төбәктә техниканы яңыртыуҙың төп дәртләндереүсе факторы булды.

«Һуңғы йылдарҙа техниканы яңыртыу темптары машина-трактор паркының кәмеүе процесын туҡтатырға мөмкинлек бирҙе, тракторҙар паркы тотороҡланды, иген йыйыу комбайндарының һаны йыл һайын арта бара, механизацияланған ауыл хужалығы эштәрен башҡарғанда туҙыу күрһәткестәре һәм техникаға йөкләмә кәмей», - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - төбәктең ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

«Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проектының төп маҡсаты – Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексын һәм уның технологик бойондороҡһоҙлоғон үҫтереү. Шуға күрә ил кәрәкле продукттар менән тәьмин ителәсәк, шулай уҡ донъя баҙарында позицияларҙы нығытыу өсөн күберәк мөмкинлектәр барлыҡҡа киләсәк.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: dzen.ru/b24tv

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас